Купить билет по Пушкинской карте
Афиша мероприятий в нашем музее
/ Новости/ Халыҡ-ара туған тел көнө

Халыҡ-ара туған тел көнө

Билдәле булыуынса, хәҙерге заманда Ер шарында 6 меңдән ашыу тел бар. Уларҙың берәүҙәрендә меңәрләгән кеше аралашһа, икенселәрендә иһә бер нисә кеше генә һөйләшә. Телдәрҙең юғалыуын иҫкәртеү буйынса үткәрелгән сараларҙың береһе булараҡ, 21 февраль көндө бөтә илдәрҙә Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. Был дата ЮНЕСКО ойошмаһының 1999 йылғы ултырышында ҡабул ителә, һәм 2000 йылдан алып билдәләнә.
“Теле барҙың – иле бар” ти башҡорт халыҡ мәҡәле. Халыҡтың халыҡ булып ҡалыуы, йәшәүе тел яҙмышы менән бәйле. Шуға күрә телде һаҡлау, киләсәк быуынға еткереү бурысы һәр кемдең иңенә берҙәй тигеҙ һалынған.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ элек-электән телде һаҡлауҙың әһәмиәтен аңлаған, уны киләсәк быуынға еткереү хәстәрлеген күргән. Һәр дәүерҙә һүҙ оҫталары – йыраусылар, сәсәндәр, шағирҙар һәм яҙыусылар – телебеҙҙең яҙмышы өсөн борсолған.
20 февраль көнө Хәйбулла тыуған яҡты өйрәнеү музейының тәбиғәт залында 1-се һанлы Аҡъяр урта мәктәбе уҡыусылары өсөн башҡорт телендә «Хәйбулла районында тыуып үҫкән башҡорт шағирҙарының шиғырҙарында тыуған яҡтың матурлығы һәм тарихы» исемле экскурсия үткәрелде. Музей хеҙмәткәрҙәре уҡыусыларҙы яҡташ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаев, Йомабикә Ильясова, Ҡадир Әлибаевтың тыуған еренә, халҡына, теленә һөйөү тойғолары менән һуғарылған, тыуған төйәктең икһеҙ-сикҙһеҙ ҡылғанлы далаларының үҙенсәлекле төҫтәрен һәм еҫтәрен, эскән-кискән һыуы – сылтырап-йылтырап ятҡан Таналыҡ, Һаҡмар йылғаларын тасуирлаған, халҡының сал тарихына арналған шиғырҙарын ҡулланып райондың үҙенсәлекле тәбиғәте, бай тарихы менән таныштырҙы. Башҡорт теленең – иң матур, иң бай, наҙлы, яғымлы тел икәнен иҫкәртеп, шағирҙарыбыҙҙың китаптарын күрһәтеп, бер нисә матур шиғырҙарын уҡып күрһәттеләр. Шулай уҡ районыбыҙҙа күпме халыҡ йәшәүе, ниндәй милләт барлығы тураһында таныштырҙылар. Сараның аҙағында уҡыусылар үҙҙәре белгән шиғырҙарҙан өҙөктәр ятлап, башҡортса йыр йырлап ишеттерҙеләр.
Үҙ телебеҙгә бер ҡасан да битараф булмайыҡ, һаҡлайыҡ, иркен аралашайыҡ, телмәребеҙҙе үҫтереүгә бар көсөбөҙҙө һалайыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген һис ҡасан онотмайыҡ.

Поделиться:

Полезные ссылки