Купить билет по Пушкинской карте
Афиша мероприятий в нашем музее
/ Новости/ Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл

Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл

1 февралда районыбыҙҙың, Башҡортостандың билдәле, данлыҡлы шәхесе, башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, мөшһүр ҡурайсы, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Хәйбулла районының почетлы гражданины Сәйфулла Ишҡәле улы Дилмөхәмәтовтың тыуыуына 90 йыл булды. Ошо айҡанлы Сәйфулла Ишҡәле улының үҙ ҡулдары менән 1999 йылда яҙған автобиографияһы менән таныштырабыҙ.
Ҡыҫҡаса минең биография
Дилмөхәмәтов Сәйфулла Ишҡәле улы хәҙерге Йылайыр районы (элек, тәүҙә Хәйбулла районы булған) Иҫке Яҡуп ауылында тыуғанмын. Миңә бер йәш булғанда атайым репрессияға эләгеп, әсәйем һәм Ишмулла ағай өсәүләп Ҡаҙағстанға ҡыуыла. Ике йыл үткәс, мине килеп алып китәләр. Иҫемдә, беҙ дүртәүләп йәй буйына мал көтә инек. 1938-1939 йылдары ауылға ҡайтып килдек. һуғыш сығып киткәс, атай фронтҡа китте, Тормош Ишмулла ағай менән миңә ҡалды. Өс йыл үтеүгә 14 йәше лә тулмаған ағайҙы Баймаҡ театрына алдылар. Шуға өйҙәге бөтә эш миңә ҡалды. Һуғыш ваҡытында әсәй менән төрлө эштә эшләргә тура килде. 6-7 йәштә сағымда беренсе класҡа барғанда ҡурайҙа уйнай инем. Тымыҡ океан флотында 4 йыл хеҙмәт иттем, ҡайтҡас комбайнда эшләнем. 1958 йыл Сибай ҡалаһында Башҡортостанда 70 яҡын ҡурайсылар ҡатнашлығында үткән ҡурай бәйгеһендә еңеүсе булдым. Ошо көндән башлап ҡурайға ҙур иғтибар биреп уйнай башланым. Атай ҙа, әсәй ҙә донъя куйғас, балалар күмәк булыу сәбәпле үҙебеҙҙең элекке Хәйбулла районына 1975 йыл ғайләм менән күсеп килдем, күп йылдар «Таналыҡ» совхозында эшләнем.
Яңылышмағанмын бында килеп, күтәрҙеләр, маҡтанылар һәм бик күп ярҙам да иттеләр. 1978 йылдан башлап ҡурайсылар әҙерләй башланым, уларҙың күптәре төрлө бәйгеләрҙә еңеүсе, төрлө ВУЗдарҙа уҡыталар. Бынын ун йыл элек ҡурай эшләй башланым. Өфө ҡалаһында булған ҡурай оҫталары бәйгеһендә беренсе урын алдым. Үҙем дә тырыштым; араҡы һәм тәмәке менән шаярманым, бер ваҡытта ла эш ҡалдырманым.
18 март, 1999 йыл.

Поделиться:

Полезные ссылки