“Этноазбука” и “Учитель, мастер, творец…”
#деньбашкирскогоязыка #национальныймузейрб #минкультрб #хайбуллинскийрайон
14 декабрҙә Хәйбулла тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы “Туған телдең матурлығы һәм көсө” Республика музей акцияһына ҡушылды. Акция сиктәрендә музейҙа “Этноәлифба” һәм “Уҡытыусы, оҫта, ижадсы…” күргәҙмәләре асылды. Музей хеҙмәткәрҙәре “Этноәлифба” күргәҙмәһе буйынса башҡорт телендә үҙенсәлекле экскурсия үткәрҙе: башҡорт этнографияһы предметтарын тасуирланы , ә уҡыусылар уларҙың атамаһын әйттеләр, уҡытыусы телевизор экранына ҡуйылған башҡорт алфавитын предметтарҙың исеме менән тултырҙы. Экскурсия аҙағында бер бала алфавит буйынса атамаларҙы уҡыны, башҡалар уны табып күрһәтте. “Уҡытыусы, оҫта, ижадсы” күргәҙмәһендә балалар район мәктәптәренең технология уҡытыусыларының, Балалар ижады йорто педагогтарының ижади эштәре менән таныштылар. Күргәҙмә асылыуына саҡырылған педагогтар: Нәйлә Фазылғәфәр ҡыҙы Аҡнаҙарова, Рима Хөснулла ҡыҙы Ишкилдина, Ләйсән Фәрит ҡыҙы Зәйнетдинова балаларҙы уҙҙәре теккән һәм эшләгән башҡорт милли кейемдәре, биҙәүестәре тураһында һөйләнеләр.
Шулай уҡ музей хеҙмәтҡәрҙәре Балалар моделле китапханаһы, Үҙәк китапханаһы менән берлектә Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбе базаһында башҡорт телендә “Телде үҫтергән – илде үҫтерер” квиз – уйыны ойошторҙо.
14 декабря Хайбуллинский историко-краеведческий музей присоединился к Республиканской музейной акции “Красота и сила родного языка”. В рамках акции в музее открыли 2 выставки: “Этноазбука” и “Учитель, мастер, творец…”. По выставке “Этноазбука” проводилась экскурсия в игровой форме на башкирском языке: сотрудник музея описывала предмет, рассказала применение предмета, а учащиеся находили предмет и называли их по-башкирски, учитель заполнял башкирский алфавит, установленный на экране телевизора, названиями предметов. В конце экскурсии один ребенок прочитал названия по алфавиту, другие его нашли и показали. На выставке “Учитель, мастер, творец…” дети познакомились с творческими работами учителей технологии школ района, педагогов Дома детского творчества. Приглашенные на открытие выставки педагоги- авторы уникальных работ Найля Фазылгафаровна Акназарова, Ляйсан Фаритовна Зайнетдинова, Рима Хуснулловна Ишкильдина ознакомили ребят изготовленными ими башкирскими национальными костюмами, украшениями.
Также сотрудники музея совместно с Детской модельной библиотекой, Центральной библиотекой на базе полилингвальной многопрофильной школы № 3 села Акъяр организовали квиз-игру на башкирском языке “Развивается язык- – развивается страна”.
Поделиться: