Купить билет по Пушкинской карте
Афиша мероприятий в нашем музее
/ Новости/ Коромысло -көйәнтә

Коромысло -көйәнтә

#годбашкирскойкультуры #башкирскаякультурамузеи #музеиРБ #хайбуллинскийрайон #Национальныймузейрб

ике биҙрә йәки башҡа төрлө йөк элер өсөн дуға кеүек бөгөп эшләнгән ағас ҡорамал. Көйәнтәне яурынға һалып йөрөтәләр, ул ауырлыҡты кәүҙәгә тигеҙ төшөрөп күтәрергә ярҙам итә. Көйәнтә өсөн һығылмалы, еңел, әммә ныҡлы ағастар (тал, йүкә, уҫаҡ, муйыл) файҙаланылған.
Башҡорттарҙа көйәнтә көнкүрештә көндәлек тотона торған әйбер генә түгел, ҡайһы бер йолаларҙы үтәгәндә алмаштырғыһыҙ атрибут.
Мәҫәлән, килен төшөргәндә уға башта һыу юлы күрһәтәләр. Һыуға башлатҡанда йәш килендең иң бәләкәс бикәсе көйәнтә күтәргән, әгәр кейәүҙең бер туған һеңлеһе булмаһа, ике туғандан алғандар. Һыу башлатырға мотлаҡ ҡыҙ бала ҡуйылған. Буш биҙрәләрҙе көйәнтәгә элеп, бикәс алдан бара, ә ҡайтҡанда килен үҙе күтәрә.
Был йола өсөн махсус уңайлы, матур көйәнтә һайлағандар, уны төрлөсә буяғандар, биҙәгәндәр.

Поделиться:

Полезные ссылки