Купить билет по Пушкинской карте
Афиша мероприятий в нашем музее
/ Новости/ "Бишек йыры"

“Бишек йыры”

25 ноябрь музей хеҙмәткәрҙәре өлгөлө халыҡ фольклор коллективы «Ҡош юлы» ағзалары менән берлектә «Йәйғор» балалар баҡсаһының «Ромашка», «Лилиә», «Бәпембә», «Нәркәс» төркөмдәрендә бишек йырына арналған фәһемле сара үткәрҙе. Музей экскурсоводы Миңзәлә Ғөбәйҙулла ҡыҙы Баймырҙина килгән ҡунаҡтар менән таныштырып үткәндән һуң кескәйҙәр менән бәпәйҙе уятҡанда, йоҡларға һалғанда бишек йыры, һамаҡтарҙың ҡулланышы тураһында әңгәмәләште. “Борон-борондан баланы сәңгелдәккә һалып бәүетеү – тылсымлы сара булған. Бишек йыры сабыйҙы бишектә тирбәтеп йоҡлатҡанда көйләнә ,” -тип һүҙен башланы фольклор коллективы етәксеһе Минзифа Ибраһим ҡыҙы һәм ҡулына ҡурсаҡ алып, балаларға бишек йырҙарын йырланы, һамаҡтар әйтте, һөйҙөргөстәр, һикерткестәр көйләне. Артабан сығышты фольклор ағзалары Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙы Юлдашбаева, Хәмиҙә Ғилмитдин ҡыҙы Ҡунысбаева дауам иттеләр. Баланың һаулығы, үҙен тотошо, ҡылыҡтары һәм холҡо әсәнең уға ниндәй сәңгелдәк йыры башҡарыуына ла бәйле. Шуға күрә балаға күберәк бишек йырҙарын йырларға кәрәк.

Поделиться:

Полезные ссылки