Моҙға (тырыз)
#Хайбуллинскиймузей #Хайбуллинскийрайон
#КультурныймирБашкортостана
#музеиРБ #НациональныймузейРБ #МинистерствокультрыРБ
#ХалҡымТеле #музеиРБ #миллимузейрб #читаемстихибашкирскихпоэтов
#министерствокультуры #әсәмтеле_башҡорттеле #башҡорттелекөнө2021
Хәйбулла районының Подольск ауылында табылды.
Борон башҡорттар ағас менән бер рәттән ҡайын туҙынан да хужалыҡта кәрәкле булған матур-матур әйберҙәр эшләр булған. Һығылмалы, еңел, һыу үткәрмәҫ туҙ төрлө һауыт әҙерләү өсөн иң ҡулайлы материал. Башҡорттар уны үҙенең хужалығында киң ҡулланған. Хатта, Ырымбур далаларында ла, башҡорттар араһында туҙ һауыттар таралған булған. Туҙ һауыттарҙың етештереү ҡайын урмандары менән тығыҙ бәйләнгән. Шуға күрә лә улар ҡайын урмандары булған Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә һәм Урал аръяғында киң таралған. Бындай һауыттар шулай уҡ төньяҡ, көнбайыш һәм урта Башҡортостанда ла ғәҙәти күренеш була.
kurultai.ru
https://kurultai.ru/ru/content/947-bashorttara-tu-auyt
Ҡайын туҙынан һауытты төрлө ҙурлыҡта һәм рәүештә ҡапҡаслап яһағандар. Туҙҙың ике яғы ла тышта ҡалдырыла алған. Бәләкәй һауыттарҙы ғәҙәттә туҙҙың аҡ йоҡа өлөшөн һыҙырып алып, төрлө биҙәктәр һалып та эшләгәндәр. Уның эсенә ҡаймаҡ, ҡатыҡ кеүек шыйыҡлыҡ һалырға ла, тоҙ, ярма кеүек ризыҡтарҙы һаҡларға ла мөмкин булған. Туҙҙан эшләнгән һауыттар бөгөн дә ҡулланыла һәм интерьерҙы биҙәүсе бер элемент булараҡ та көнкүрешкә инеп бара. https://ba.wikipedia.org/wiki/
Поделиться: