Купить билет по Пушкинской карте
Афиша мероприятий в нашем музее
/ Новости/ Игры без гаджета

Игры без гаджета

Халыҡ уйындарының быуындан-быуынға тапшырылып, әлегә тиклем һаҡланып ҡалғандарына иғтибар итһәң, улар халыҡтың уҙған тормошон, көнкүрешен, мәҙәниәтен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Халыҡ уйындарының әһәмиәтенә килгәндә, уларҙың йәш быуынды тәрбиәләүҙә тотҡан урыны баһалап бөткөһөҙ. Уйындар кешене күп яҡлап үҫтерә, уларҙың фекерләүен, хәтерен, ихтыяр көсөн үҫтерә һәм физик яҡтан нығыта. Уйын барышында һәр кем етеҙҙәрҙән, көслөләрҙән өлгө алыуҙы, үҙе лә беренселеккә ирешеүҙе маҡсат итеп ҡуя һәм төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға тырыша, уңышҡа ирешһә, үҙенең еңеүе менән ләззәтләнә. Күмәк уйындар дуҫлыҡ, берҙәмлек сифаттарын тәрбиәләргә булышлыҡ итә.
Элек уйындарҙа туранан-тура һунар, хеҙмәт ҡоралдары ҡулланыла, тора-бара уҡ-йәйә, һөңгө, таш урынына таяҡ, шар, туп һәм башҡа шундай нәмәләр ҡуллана башлағандар. Шул рәүешле хеҙмәт деталдәрен үҙ эсенә алған спорт уйындары тыуған. Башҡорт халыҡ уйындары ҡатмарлы үҫеш баҫҡыстары үткән. Беҙҙең көндәргә килеп еткән уйындарҙа халыҡтың боронғо ышаныуҙарын, хәрби мөнәсәбәттәрҙе һәм күп төрлө хеҙмәт деталдәрен күреп була. Мәҫәлән, тәүтормош кешеләренең төрлө ышаныуҙары «Ҡарға бутҡаһы», «Убыр әбей», «Аҡ тирәк, күк тирәк», «Соҡор туп», «Ашыҡ сағыу», «Үгеҙ уйыны», «Һаҡыташ» кеүек уйындарҙа һаҡланған.
5 август көнө музей эргәһендәге майҙансыҡта музей хеҙмәткәрҙәре райондың «Ҡош юлы» фольклор коллективы менән берлектә 1-се һанлы Аҡъяр мәктәбе янындағы көндөҙгө лагерь уҡыусылары менән халыҡ балалар уйындары ойошторҙо: «Косилка, молотилка», «Наза», «Бер, ике, өс», «Батырың булһа, ебәреп ҡара» ,«Әйләнәбеҙ кругом». Фольклор коллективы етәксеһе Миңзифа Ибраһим ҡыҙы Ишемғолова уйындарҙың әһәмиәтен аңлатһа, Алһыу Әхмәтсафа ҡыҙы Юлдашбаева менән Фәүзиә Әмирхан ҡыҙы Аллабирҙина бабаларға хәрәкәттәрҙе күрһәтеп, рәхәтләнеп улар менән бергә уйнанылар. Уйын барышында һәр бала тигәндәй үҙ һөнәрен күрһәтте. Сара балаларға бик оҡшаны.

Поделиться:

Полезные ссылки