Части застежка- ҡаптырма өлөштәре
#годбашкирскойкультуры #башкирскаякультурамузеи #музеиРБ #хайбуллинскийрайон #Национальныймузейрб
ҡаптырма башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының елән, камзулдарын беркетеү һәм биҙәү өсөн файҙаланылған ырғаҡлы һәм элмәкле 2—3 таралғынан торған традицион биҙәүес. Таралғылар тура дүртмөйөш, овал, ромб, япраҡ формаһында, түңәрәк йәки сәскә рәүешендә булған һәм уларҙың битенә биҙәк- һүрәт сүкелгән йәки яҙма яҙылған, көмөш йәки алтын ялатыу ысулдары м‑н төшөрөлгән, төрлө аҫыл таштарҙан (аҡыҡ, ынйы, фирүзә), төҫлө быяланан ҡаш ҡуйылған, ҡайһы ваҡыт сулпы ҡуйылған.
Поделиться: