Яңыраҡ беҙҙең музейҙа ҡунаҡта яҡташыбыҙ Зәкиә Ғибәт ҡыҙы Ҡунаҡасова булып китте һәм үҙенең күптән түгел баҫылып сыҡҡан Хәйбулла районы ауылдары тарихына бәйле ҡыҙыҡлы материалдар, халыҡ ижады өлгөләре тупланған «Хәйбулла районы ауылдарына ҡағылышлы мәғлүмәттәр һәм халыҡ ауыҙ-тел ижады» исемле сираттағы китабын бүләк итте.Тыуған иленә, милләтенә тоғро ҡайнар йөрәклеләр китабыма битараф булмаҫтар тип уйлайым, ти Зәкиә Ғибәт ҡыҙы.
«Мин 1943 йылдың 1-се ноябрендә тыуғанмын. 1951 йылда Иләс-Турат ауылы мәктәбенә уҡырға барҙым һәм 1961 йылда Аҡъяр урта мәктәбен тамамланым.1965 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инеп, 1972 тамамланым. Филолог һәм башҡорт теле уҡытыусыһымын. Диплом эшем Хәйбулла районы Таналыҡ буйы ауылдарының фольклор, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеү, ауылдарҙың этник ерлеге хаҡында мәғлүмәттәр йыйыу, халыҡ йолаларын, ваҡыт-миҙгел, ғаилә-көнкүреш, боронғо ырымдарға ышаныуҙарға бәйле йолаларҙы, легендалар, йырҙар, бәйеттәр, әкиәттәр, мәҡәлдәрҙе күҙәтеү. Диплом эшенә материалдар туплағанда Таналыҡ буйы ауылдары менән генә сикләнмәйенсә, ошо тирәләге башҡорт ауылдарының фольклорына ла күҙ ташлауҙы кәрәк тип таптым.Сөнки бер-береһенә яҡын ултырған был ауылдарҙың этник ерлеге төрлө-төрлө һәм бик ҡыҙыҡлы ,»-тип бәйән итте Зәкиә Ҡунакасова. Уның тирә –яҡ тәбиғәтебеҙҙе ентекле өйрәнеүе, ғаиләләрҙең шәжәрәләре менән ҡыҙыҡһыныуы һоҡландырғыс күренеш. Музейға бүләк иткән китабын ҡыуанып ҡабул итеп алдыҡ.Ундағы мәғлүмәттәр районыбыҙҙың, беҙҙең төбәктең башҡортттарының тарихын, ауыҙ-тел ижадын өйрәнгәндә бик кәрәкле буласаҡ. Зәкиә Ғибат ҡыҙы музей яңылыҡтары менән танышты, тәьҫораттары менән уртаҡлашты.Беҙ, музей хеҙмәткәрҙәре, уға һаулыҡ һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.
Поделиться: